– Бөгөн егеттәребеҙгә ярҙамға сираттағы гуманитар ылауҙы оҙаттыҡ. Был юлы ике ауылдың әүҙемдәре тарафынан 8 сетка үреп өлгөртә алдыҡ. Барыбыҙға ла именлек, һаулыҡ теләйем. Һәр кемебеҙгә Хоҙай сауаптарын насип итһен, Алла бирһә! – ти Ярат мәктәбенең директоры Миләүшә Азамат ҡыҙы Юлдашбаева.
Фото: М. Юлдашбаева.