+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

4 йәшлек Нурзәлиәгә – “Беҙҙең заман геройы” ордены

Яугир ҡатыны, дүрт бала әсәһе, Өфөләге 48-се башҡорт лицейының тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Альбина Ғәлиуллина бығаса МХО биләмәһенә ике тапҡыр гуманитар ярҙам алып барған.  Өсөнсө сәфәргә сыҡҡанында  ҡыҙы Нурзәлиәне лә  үҙе менән алған.

4 йәшлек Нурзәлиәгә – “Беҙҙең заман геройы”  ордены
4 йәшлек Нурзәлиәгә – “Беҙҙең заман геройы” ордены

– Атаһын күргәс, ҡыҙыбыҙ нимә эшләргә белмәй, аптырап ҡалды. Шунан йүгереп барып ҡосаҡлап: "Нишләп оҙаҡ ҡайтмайһың?" – тине. Ике көн атаһы эргәһендә булып, өсөнсө көнгә ҡайтырға сыҡҡас: "Атайымды ҡалдырмайыҡ, алып ҡайтайыҡ", – тип иламһырап алды, – ти Альбина Венер ҡыҙы.

Махсус хәрби операция биләмәһендә Нурзәлиәгә орден бүләк итәләр. “Беҙҙең заман геройы” орденын ҡыҙҙың күкрәгенә таҡҡас,  подразделение командиры: “Бик ҡыйыу икәнһең үҙең, оҙон юлды сабырлыҡ менән үткәнең, алыҫта яңғыраған атыу тауыштарынан ҡурҡмағаның – үҙе батырлыҡ! – тип кескәй ҡыҙҙы ҡотлаған ул.

– Ирем 19 йәшендә генә Чечнялағы һуғышҡа эләгә. Ҡайтҡас, тормошон хәрби эш менән бәйләргә ҡарар итә. Хеҙмәт итеү осоронда Сүриәләге хәрби бәрлештәрҙә ҡатнашты, әле лә илебеҙ һағында. Махсус хәрби операцияға тәүге көндәрҙән үк юлланды. Яуҙаштарын атыш яланынан сығарғаны һәм башҡа ҡаһарманлыҡтар күрһәткәне өсөн миҙалдар менән бүләкләнде. Тик бер ниндәй миҙал һәм званиелар ҙа күңел тыныслығын, атай һөйөүен алмаштыра алмай. Ирем миңә балалар алдында тыныс булырға һәм яҡшылыҡҡа ғына өмөт итеп йәшәргә ҡуша. Йәмәғәт эше менән шөғөлләнеү, һалдаттарыбыҙға гуманитар ярҙам алып барыуҙы ойоштороу миңә рухи көс бирә, ауыр уйҙарҙан арындыра, – ти  көслө рухлы яугир ҡатыны.

Әйткәндәй, ирекмән Закировтар ғаиләһе Нурзәлиәгә  йомшаҡ айыу уйынсығы бүләк итә.  Улар уйынсыҡҡа ғаилә менән данлыҡлы халыҡ легендалары геройы Михайло Иванович исемен ҡуша.  “Был айыу уйынсығы – Рәсәй  халҡының рух ныҡлығы символы, ә Нурзәлиә өсөн талисман булһын", – ти Закировтар ғаиләһе.

 

Сығанаҡ:  ирекмәндәр Әлиә Сулиманова, Сәлимә Закирова һәм “Башҡортостан” гәзите.

Фото һәм видео: Әлиә Сулиманова, Сәлимә Закирова.

3 йәшлек Нурзәлиәлә – “Беҙҙең заман геройы”  ордены
3 йәшлек Нурзәлиәлә – “Беҙҙең заман геройы”  ордены
3 йәшлек Нурзәлиәлә – “Беҙҙең заман геройы”  ордены
3 йәшлек Нурзәлиәлә – “Беҙҙең заман геройы” ордены
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: