+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Уҡыусылар изге акцияға ҡушылды

Беҙҙең Мораҡтағы 1-се мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү акцияһына  ҡушылды. Уны директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Алһыу Салауат ҡыҙы Хәлитова етәкселегендәге “Беренселәр хәрәкәте” ойошмаһы ойошторҙо.

Уҡыусылар изге акцияға ҡушылды
Уҡыусылар изге акцияға ҡушылды

 Алһыу Салауат ҡыҙы маскировка селтәрҙәрен үреү өсөн кәрәкле материалдарҙы юллап табып, оҫталыҡ дәрестәрен үткәргәндән һуң,  уҡыусылар, уҡытыусылар ҙа акцияға дәррәү ҡушылды. Шуныһы һөйөнөслө,  барыһы ла эштәрен ихлас, күңел йылыһын һалып башҡарҙы. Был изге эш йәйге каникул ваҡытында ла дауам итә. Уҡыусылар мәктәп яны баҡсаһында эшләү менән бергә селтәр үреү бурысын да атҡара. Ил тыныслығы өсөн битараф булмаған атай-әсәйҙәр ҙә буш ваҡыттарында был эшкә ҡушыла. Уҡыусыларыбыҙ был изге акция менән район кимәленә лә сыҡты. Райондың  һабантуй байрамында Алһыу Салауат ҡыҙы етәкселегендә Айзилә Байдәүләтова, Софья Волкова, Алина Исмәғилева, Динә Сәлимова һәм Элина Хәлитовалар яҡташтарыбыҙға һәм килгән ҡунаҡтарға селтәр үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

    – Үрелгән селтәрҙәр яугирҙарға ышыҡ, улар хәрбиҙәрҙе дошман күҙенән һаҡлай.
    Беҙҙә ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр менән осрашыуҙар булды. Батырлыҡ дәресендә уҡыусылар Ватанды һаҡлаусылар менән йәнле әңгәмә ҡороп, бик күп һорауҙар бирҙе. Йәнле әңгәмә барышында селтәрҙәр яугирҙарға тапшырылды. Шулай уҡ  уҡыусылар һалдаттарға хат яҙҙы. Йөрәк түренән сыҡҡан теләктәрен,  ышаныс һәм өмөт уятҡан һүҙҙәрен йәлләмәне балалар.

     Башҡарылған был саралар уҡыусыларҙа илһөйәрлек, изгелеклелек, яуаплылыҡ тойғоларын да тәрбиәләй, – ти абруйлы уҡытыусы, һәләтле ойоштороусы Алһыу Салауат ҡыҙы.

Тырышлыҡтың һөҙөмтәһе лә оҙаҡ көттөрмәй, алғы һыҙаттағы яугирҙар рәхмәттәр әйтеп, видеояҙмалар төшөрөп ебәрҙе. Ялға ҡайтҡандары мәктәпкә осрашыуға килә.

Илебеҙ өсөн ҡатмарлы мәлдә  берҙәм булайыҡ, дуҫтар! Берҙәмлектә – көс!

 



 Гөлкәй АЛЛАБИРҘИНА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Күгәрсен районы, Мораҡтағы 1-се  мәктәп.

Уҡыусылар изге акцияға ҡушылды
Уҡыусылар изге акцияға ҡушылды
Уҡыусылар изге акцияға ҡушылды
Уҡыусылар изге акцияға ҡушылды
Уҡыусылар изге акцияға ҡушылды
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: