Беҙҙең 276-сы балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре лә, кескәйҙәрҙең атай-әсәйҙәре лә был мөһим һәм изге эшкә теләп ҡушылды. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә аҙыҡ-түлек, таҫтамал, ойоҡбаш, балалар кейеме кеүек иң кәрәкле әйберҙәр йыйып тапшырҙылар. «Әтәс», «Тирмәкәй», «Әкиәт» һәм «Гном» төркөмдәренә рәхмәт белдерәбеҙ.
Берҙәмлектә – көс!
Айгөл ЙӘҺҮҘИНА, тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы.