Ғәҙәттә, йома көнө һәр ерҙә лә өмәләр үтә.Урал политехник колледжының беренсе курс студенттары үҙҙәренә тәғәйенләнгән биләмәне йыйыштырҙылар. Эшһөйәрҙәр һәм уңғандар уҡый бында. Тиҙ арала ҡыҙҙар һәм егеттәр тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартты,һепереп тә ҡуйҙылар. “Беҙҙең уҡыу йортобоҙ ҙа балҡып торһон!–ти улар.