Әбйәлил районы Ташбулат мәктәбенең VIII cиныф уҡыусылары Мәрфүға Муллайән ҡыҙы Ҡаһарманованы күптән шефлыҡҡа алды. Ул - Рәсәй Федерацияһының почётлы хеҙмәткәре, мәғариф алдынғыһы. Мәрфүға инәйҙәре балаларҙың ярҙамға килгәндәрен көтөп кенә тора.
Көҙҙөң матур көнөндә синыф етәксеһе Илсиә Мөбәрәк ҡыҙы Билалова менән улар тағы ла өмәгә барҙы. Егеттәр бар баҡсалағы сүп–сарҙы йыйҙы, түтәлдәрҙе тәртипкә килтерҙе. Ҡыҙҙар өйҙәге эштәрҙе башҡарҙы.
Оло кешегә ярҙам итеү – үҙе бер сауап бит ул.