-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Илһөйәрҙәр шундай була!

Ниндәйме? Бына Данил кеүек! 12 йәшлек үҫмер махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға үҙ аҡсаһына посылка йыйып ебәргән. Ул йылы ойоҡ, шампунь, ҡырынғыс, һабын һәм көнкүрештә кәрәкле башҡа әйберҙәр һатып алған. Үҙенә тыуған көнөнә бүләк ителгән 2 мең 500 һум аҡсаны ошондай сауаплы эш өсөн тотонған.

Илһөйәрҙәр шундай була!
Илһөйәрҙәр шундай була!

Данил махсус хәрби операцияға ҡағылышлы яңылыҡтарҙы уҡып-күҙәтеп бара. Уға хәрби тематика яҡын икән. Бәләгә ҡалған кешеләргә ярҙам итергә генә тора, ныҡ изге күңелле бала, тинеләр уның хаҡында. Мәҫәлән, дүрт йыл элек ДЦП диагнозлы малайға ярҙам йөҙөнән 2 мең аҡсаһын күсергән. Был хәбәр социаль селтәрҙәрҙә таралғас, битараф булмаған кешеләр «һә» тигәнсе етмәгән сумманы йыйып та ҡуйған. Шулай итеп, Глебҡа кәрәкле ярҙам күрһәтелгән.
Өфөләге Мөхәмәтғәле Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында белем алыусы Данил яҡшы өлгәшә, физика, геометрия, алгебраны үҙ итә. Музыка менән шөғөлләнә: ҡурайҙа уйнай, сольфеджио, хорға йөрөй. Йәнә футбол менән дуҫ. Шайморатовсылар синыфында уҡығас, иптәштәре менән бергәләп Еңеү парадында, Республика көнөнә арналған байрамдарҙа сығыш яһап торалар. Ә йәш шайморатовсылар сафына ҡушылырға үҙе теләк белдергән ул. Уҡыуын яҡшы тамамлап, программист һөнәрен үҙләштермәксе. Тәүҙә был маҡсатта ноутбук алырға хыяллана. Уның өсөн аҡса туплай башлаған да инде: Данил мәктәптән һуң листовкалар таратырға өлгөрә.
– Саҡ балалыҡтан сығып барһа ла, шундай төплө фекер йөрөтә ул. Төрлө темаларға һөйләшәбеҙ. Данил махсус хәрби операцияның тиҙерәк тамамланыуын теләй. Унда үҙебеҙҙең дә туғандар, таныштар бар бит, – ти әсәһе Лилиә ханым.
Беҙ ҙә үҫмерҙең теләгенә ҡушылабыҙ: донъяла тыныслыҡ урынлаш­һын!

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: