Данияр ҙа ағаһынан ҡалышмай. Ул да төрлө бәйгеләрҙә көсөн һынай. Һүрәт төшөрөргә ярата.
– Атайым хәрби кеше булғас, бик талапсан ине, ғәҙел, үҙе һайлаған һөнәренә тоғро булды. Эше тығыҙ саҡта ла, ваҡыт табып, беҙҙең менән булырға, файҙалы кәңәштәрен бирергә тырышты. Беҙ атайыбыҙ менән шашка уйнарға яраттыҡ. Гел саф һауала парктарҙа йөрөй инек...
Ҡәҙерле атайыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ул беҙҙең тыныслыҡ һәм Тыуған илебеҙ өсөн һуңғы көнөнә тиклем көрәште, – ти моңһоуланып Морат.
– Улымдың әйткән һүҙҙәренә ҡушылып, шуны өҫтәр инем: атайҙары шул тиклем тормошто яратты, һәр минуттың, сәғәттең ҡәҙерен белде. Тыуған төйәгенә ҡарата илһөйәрлеген, ватансыллығын, тоғролоғон баһалап бөткөһөҙ. Улдарым менән уның хаҡында һөйләмәгән, иҫләмәгән көнөбөҙ юҡ. Шул тиклем юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, – ти балаларҙың әсәһе Гөлназ Дамир ҡыҙы.
Бер туған ағалы-ҡустылы малайҙарҙың ғәзиз һәм ҡәҙерле атайҙарының ғүмере 2023 йылдың 11 октябрендә махсус хәрби операцияла изге бурысын үтәгәндә өҙөлә. Илһам Хәләф улы Архангел районының Абҙан ауылында тыуып үҫә. Мәктәптән һуң Стәрлетамаҡтағы физик культура техникумына уҡырға инә. Шунан әрме сафына алына. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, артабан уҡыуын дауам итә. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләгән сағында ситтән тороп Бөрө педагогия университетын тамамлай. Бик тырыш, ғәҙел, ҡыйыу һәм тынғыһыҙ кеше була. Ул 6 йыл Абхазияла контракт буйынса хеҙмәт итә. Унан ҡайтҡас, Һамар өлкәһенә эшкә күсә. Яҡташыбыҙҙың Тыуған илен яратыуы шул тиклем көслө була. Илебеҙҙә махсус хәрби операция башланыу менән Илһам Хәләф улы ла фашизм йоғонтоһонан үҙ халҡыбыҙҙы һаҡлар, яҡлар, сәйәсәт бысрағынан киләсәгебеҙҙе азат итер өсөн яуға китә лә инде.
Өлкән сержант Илһам Хәләф улы «Хәрби батырлыҡтары өсөн», «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалдары һәм вафатынан һуң Батырлыҡ һәм генерал Шайморатов ордендары менән бүләкләнә.
Батыр исеме үлемһеҙ, ти халыҡ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙы – ваҡытында Ватан саҡырыуын ҡабул итеп дәһшәтле һуғышҡа ингән Башҡортостан ҡаһармандарын оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Өлкән сержант Илһам Хәләф улы, беҙҙең баш осонда аяҙ күк йөҙө булһын, тип үҙ ғүмерен аяманы, уның батырлығы алдында баш эйәбеҙ!
Зөһрә ХӘКИМОВА.