Етәксебеҙ Александр Николаевич Живаев, профком рәйесе Мүзәмилә Ғәлихан ҡыҙы Зәлилова, инструктор Гөлназ Ғибәт ҡыҙы Бәхтейәрова менән һөйләшеп, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам ойошторорға булдыҡ. Ата-әсәләр төркөмөнә ватсапта бәләкәй генә иғлан биргәйнек, улар был тәҡдимде дәррәү күтәреп алды. Төрлө аҙыҡ-түлек, йылы ойоҡбаштар, көндәлек кәрәк-яраҡтар йыйылды.
Балалар ҙа изге эштән ситтә ҡалманы. Һалдаттарға Яңы йылға асылмалар әҙерләнеләр, яуҙан иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, хат яҙҙылар. Бөтә йыйылған әйберҙәрҙе Мүзәмилә Ғәлихан ҡыҙы менән Нурия Миңлеғәли ҡыҙы йәшниктәргә һалып ҡуйҙы. Яңыраҡ посылкалар Өфөнән ирекмәндәребеҙ ярҙамында һалдаттарға ебәрелде. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай. Берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ!
Фәүзиә ИБРАҺИМОВА,
тренер-уҡытыусы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
2-се спорт мәктәбе.