Аҙаҡ ашнаҡсыларыбыҙ аш яраштырып, мулла саҡырып, доғалар ҡылып, аят ашы ашаныҡ. Арабыҙҙа кемдәрҙеңдер улдары, кемдәрҙеңдер туғандары Тыуған ил өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Беҙҙең ризыҡтарҙы яугирҙар алып ҡыуанһын, уҡыған доғаларыбыҙ, теләгән теләктәребеҙ ҡабул булып, һалдаттарыбыҙ еңеү яулап тыуған яҡтарына, туған-яҡындарына иҫән-һау ҡайтһын инде. Доғалы аш, сауаплы эштән һәр кем оло ҡәнәғәтлек алып ҡайтты.
Ошондай изге эшкә фатиха биргән гимназиябыҙ директоры Нияз Ғибәҙәт улы Мөхәмәтовҡа сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Әлнисә АЛДЫРХАНОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.