Мерәҫ ауылының уңған ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙар өсөн кейем тегә. Ауылдың мәҙәни ойоштороусыһы Айһылыу Дауытбаева менән китапханасы Рафиға Ғазина ла был эшкә дәртләнеп тотонған. Ошо көндәрҙә улар беренсе партия толстовкаларҙы тегеп тә бөттө.
"Киләсәктә беҙгә ярҙам итергә теләүселәр күп. Бар теләгебеҙ илебеҙгә тыныслыҡ тиҙерәк килһен һәм ир-егеттәребеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын", – ти ҡыҙҙар. Шулай уҡ журналист Лилиә ТАКАЕВА социаль селтәрҙә төҙөгән "БЕҘ – БЕРГӘ" МЫ – ВМЕСТЕ" төркөмө бар тырышлығын һалып, беҙҙең тыныслыҡты һаҡлаған яугирҙарыбыҙға ярҙам итә. Афариндар! Барығыҙға ла һаулыҡ, сабырлыҡ һәм дә егеттәребеҙҙең еңеү яулап, тыуған яҡтарына ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!