– Доғалыҡтар уҡып йөрө, ул һаҡлау көсөнә эйә, тиҙәр бит. Ысынлап та, был шулай. Шуны иҫәпкә алып, Баймаҡ районының Таһир ауылы “Ағинәйҙәр” рәйесе Айһылыу Хәбибуллина менән Мәрйәм Байраҡаева махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға йөҙ бетеү әҙерләп, алып килеп тапшырҙы. Бынан тыш ауыл халҡы ойошторған аҙыҡ-түлек, көн-күреш кәрәк-яраҡтары, йылы ойоҡбаштар алып килде. Быларҙың барыһы ла махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙға оҙатыласаҡ. Рәхмәт, таһирҙар! Яугирҙарҙы ҡыуандырғанда Хоҙай Тәғәлә һеҙҙе икеләтә ҡыуандырһын!
Афарин, баймаҡтар! Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, яугирҙарыбыҙ тыуған яҡтарына һау ҡайтырға яҙһын!
Фото: Л. Такаева.