Бетеүҙәрҙе ағинәйҙәр Лилиә Байкова, Зөләйха Ҡотлина, Мәрйәм Яуышева әҙерләй. Кәримә Фәхретдинова оҫта тегенсе булһа, үҙәктең етәксеһе Гөлмирә Бикбулатова билбауҙарҙы станокта һуға. Ирекмәндәр уларға йөн йомғаҡтар менән ярҙам итә.
Әле бына ялға ҡайтҡан Шамша ҡушаматлы яугир килгән. Уның тураһында Гөлмирә Йәмил ҡыҙы бына нимә ти:
– Иң тыныс, намыҫлы, изге күңелле уҡыусым булды. Яҡшы уҡый, бөтә эштәрҙе лә еренә еткереп үтәй ине. Ул контракт буйынса 5 йыл хеҙмәт итә. Уҡыусымдың ниндәй парта артында ултырғаны ла иҫемә төштө. «Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, туғандар, беҙ һеҙҙе еңеү менән өйҙә көтәбеҙ!» – тигән теләктәр менән уға үҙебеҙ эшләгән йылы билбауҙар һәм бетеүҙәр тапшырҙым. Шулай уҡ командирына хат яҙып, уға ла шундай бүләк ебәрҙем.
Бына шундай изге эшкә тотонған туймазылар.