+9 °С
Облачно
VKOKМакс

Афарин, ташҡыялар!

Учалы районында Мишкә тигән кескәй генә ауыл бар. Халыҡ телендә Ташҡыя тип йөрөтөлә ул. Бәләкәй генә ауылдың халҡы берҙәм, татыу. Егермегә яҡын хужалыҡ бар, һәр ғаилә мал-тыуар тотоп, ҡош-ҡорт аҫрап үҙ йүнен күрә.

Афарин, ташҡыялар!Афарин, ташҡыялар!
Афарин, ташҡыялар!

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ташҡыяла ҡасандыр гөрләп эшләп торған башланғыс мәктәп, магазин инде күптән ябылды. Йәштәр, балалар ҙа әллә ни юҡ инде, уның ҡарауы, ситтә йәшәһәләр ҙә, ата-әсәләренә йыл әйләнәһенә ҡайтып, ярҙам итеп торалар.

Күп ауыл-ҡасабаларҙа һуңғы йылдарҙа “Мин ауылымды яратам” тигән яҙыулы стелалар ҡалҡып сыҡты. Ташҡыялар ҙа ошо эшкә ҡушылырға булды. Урал тауҙарына һыйынып ҡына ултырған ауыл янында тиҙ арала “Ташҡыяны яратам” тип яҙылған стела урынлаштырып та ҡуйҙылар.

– Ауылдаштарыма рәхмәт, – ти идея авторы Лилиә Фазлетдинова. – Урында йәшәүселәр, ҡалалағы йәштәр, ситкә күсеп китеүселәр, күрше ауыл-ҡасабаларҙа тороусылар – Ташҡыяға саҡ ҡына ҡағылышы булған һәр кем изге эшкә өлөш индерҙе. “Һә” тигәнсе 150 мең һумдан ашыу аҡса йыйылды, мин иһә кәрәкле ойошмаға заказ бирҙем. Ә ауылда эште хәрби хәрәкәттәр ветераны Рәшит Мәүлитов ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан ваҡытында ойоштороп ебәрҙе. Уның етәкселегендә әүҙем ауылдаштарыбыҙ арт-объекты ике көндә урынына мендереп ултыртты.

Стеланы ҡуйғас, ташҡыялар уны асыуҙы үҙенә күрә бер байрамға әйләндереп ебәрҙе. Тәүҙә аранан мәңгелеккә киткән ауылдаштарыбыҙ рухына Рим хәҙрәт Ҡаһарманов аят уҡыны. Һуңынан яҙыуҙы өмәгә сығып урынлаштырып ҡуйған ауылдаштарҙы бүләкләү үтте. Наурыҙ ауыл хакимиәте башлығы Гөлсинә Фәттәхова ла байрамға буш ҡул менән килмәгән – төрлө номинациялар буйынса әүҙемдәргә грамоталар әҙерләгән ине. Оҫта ҡуллы ғаилә, иң күп ейән-ейәнсәрле өләсәй менән олатай, иң оло кешеләр һәм башҡа өлгөлө ғаиләләр, йорттар, баҡсалар билдәләнде.

Бәләкәй генә Ташҡыя ауылын данлап йәшәгән билдәле шәхестәр ҙә бар. Журналист, филология фәндәре кандидаты, өс тиҫтәләп китап авторы Рәүеф Шаһиевтың “Атайсалым – Ташҡыя” китабында һәр ғаилә хаҡында иҫтәлектәр бирелгән, йәш быуын өсөн мауыҡтырғыс баҫма ул. Рәүеф Вәли улы Учалы башҡорттары ҡоролтайы исеменән арт-объект асыу идеяһын тормошҡа ашырған әүҙем ауылдаштарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Уның һеңлеһе – профессор, философия фәндәре докторы, БР мәғариф алдынғыһы Фәниә Дәминдәрова иһә автобиографик китабын презентацияланы. Гөлсинә Ибраһим ҡыҙы уларҙы ла бүләкләне: Рәүеф Вәли улына – “Ташҡыя ауылының арҙаҡлы улы”, Фәниә Вәли ҡыҙына “Ташҡыя ауылының йөҙөк ҡашы” исемдәре бирелде.

Тантанаға концерт номерҙары ла әҙерләп килтергәндәр: Рәсилә Мотаһар ҡыҙының улы, төрлө конкурстар лауреаты Морат Мөхәмәтшиндең бәрхәт тауышлы йырсы булыуына һоҡланһаҡ, ҡыҙы Лилиә Фәрхетдинова өҙҙөрә баҫып бейене, ә ейәнсәре шиғыр һөйләне. Байрам күмәкләп былау ашау, буҙа эсеү һәм шәп лотерея менән тамамланды. Балалар арҡан тартышыу, тоҡ кейеп һикереү, күҙҙе бәйләп бүләк ҡырҡып алыу кеүек милли уйындарҙа кинәнеп ярышты.

Был көндө берәү ҙә бүләкһеҙ ҡайтманы. Ә иң мөһиме – ташҡыялар үҙҙәрен бер ҙур көс итеп тойҙо.

Ҡалған аҡсаға ауыл зыяратына кәрәк-яраҡ һаҡлау өсөн ҡоролма эшләргә һөйләшеп таралышҡайнылар, бер нисә көндән ул да әҙер булды. Руслан Аллаяров үҙ ҡулдары менән йәтеш кенә будка эшләп килтергәс, башҡа ауылдаштар менән бергәләп урынлаштырып та ҡуйҙылар. Хәҙер ташҡыяларҙың маҡсаты – махсус хәрби операция ветерандарына стела ҡуйыу. Кескәй генә ауылда улар бер нисәү һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булыусылар ҙа, хәбәрһеҙ юғалыусылар ҙа бар... Бер кем дә онотолорға тейеш түгел.

 

Афарин, ташҡыялар!
Афарин, ташҡыялар!
Афарин, ташҡыялар!
Афарин, ташҡыялар!
Афарин, ташҡыялар!
Афарин, ташҡыялар!
Афарин, ташҡыялар!
Афарин, ташҡыялар!
Афарин, ташҡыялар!
Афарин, ташҡыялар!
Афарин, ташҡыялар!
Афарин, ташҡыялар!
Афарин, ташҡыялар!
Афарин, ташҡыялар!
Афарин, ташҡыялар!
Афарин, ташҡыялар!
Афарин, ташҡыялар!
Афарин, ташҡыялар!
Афарин, ташҡыялар!
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас