+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Афарин, өсөнсөләр!

Сибайҙағы 1-се мәктәп уҡыусылары маҡтауға лайыҡ. Улар йыл һайын ҡышҡы каникул көндәрендә ата-әсәйҙәре менән саф һауала спорт ярыштары ойоштора. Әле   III “Б” синыфы уҡыусылары  сәкән һуғырға йыйылған икән.

Афарин, өсөнсөләр!
Афарин, өсөнсөләр!

– Бөгөнгө  ярыш бик ҡыҙыу барҙы. Барыбыҙҙың да кәйеф шәп.  Каникулыбыҙҙың тағы бер көнө файҙалы үтте. Яратҡан синыф етәксебеҙ Нәйлә Булат ҡыҙы һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы саралар ойоштора, әммә быныһы бигерәк сәмле булды. Һөҙөмтәлә, Фәйзуллиндар ғаиләһе еңеүсе тип табылды, – ти өсөнсөләр.

Ҡалай маладистар! Бик файҙалы сара ойошторған сибайҙар, артабан да ялығыҙ матур үтһен!

Афарин, өсөнсөләр!
Афарин, өсөнсөләр!
Афарин, өсөнсөләр!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: