Гөр килеп тора урам!
Кәйефтәр шәп, күңелдәр көр,
Булмаһын ғына буран!
Тауҙан елдерә тюбингтар,
Саңғылар ҙа тик тормай,
Көрткә сумып кинәнәләр,
Әүәләйҙәр Ҡар бабай...
Саф һауа – йәнгә дауа ул,
Әйҙә, уйнап ҡалһындар!
Каникулдың һәр көнөнән
Көс, ҡеүәт, дәрт алһындар!
Ю. ӘХМӘТЙӘНОВА.