-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ялым матур уҙҙы

Ҡышҡы каникулым матур уҙҙы. Күпме тәьҫораттар, иҫтәлекле ваҡиғалар бүләк итте ул миңә!

Ялым матур уҙҙы
Ялым матур уҙҙы

Рәхәтләнеп ял да иттем, атай-әсәйемә, олатай-өләсәйемә лә булыштым. Дуҫтарым менән саф һауала бит остары өшөгәнсе уйнаныҡ, тауҙа шыуҙыҡ, уҡытыусым менән бергәләп эҙләнеү эше алып барырға ла өлгөрҙөк.
Атай-әсәйемә рәхмәт! Беҙҙең ялыбыҙ файҙалы ла, мауыҡтырғыс та булһын өсөн тырыштылар. Өфө ҡалаһындағы Ҡыш бабайҙың өйөн барып күрҙек. Шиғыр һөйләп бүләктәр ҙә алдыҡ. Иҫтәлеккә фотоға ла төштөк. Күңел булғансы конькиҙа ла шыуҙыҡ. Талбазы ауылындағы боҙ майҙансығында дуҫтарым менән рәхәтләндек кенә.
Ә хәҙер яңы көс, дәрт менән артабан уҡыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ.


Ильяс МӨХӘМӘҘЙӘРОВ,

IV cиныф уҡыусыһы.

Ауырғазы районы,

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы. 

 

Ялым матур уҙҙы
Ялым матур уҙҙы
Ялым матур уҙҙы
Ялым матур уҙҙы
Ялым матур уҙҙы
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: