+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Өләсәйҙә ҡунаҡта

Яҙғы каникулым Илеш районы Түбәнге Йәркәй ауылында йәшәүсе өләсәйем янында үтә. Өләсәйем Ғәлимә Мансур ҡыҙы Ғәлиева 40 йыл буйы Үрге Йәркәйҙәге беренсе гимназияла уҡытыусы булып эшләгән.

Өләсәйҙә ҡунаҡта
Өләсәйҙә ҡунаҡта

Хәҙер хаҡлы ялда. Хеҙмәт ветераны. Илештә "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе. Ул 9 төрлө гәзит-журнал алдыра. Әле ураҙа тота, таңдан уҡ тора ла, ҡояш байығас ҡына ашай. Өләсәйем "Аҡбуҙат" журналын сыға башлаған көндән алдыра. Башта әсәйемдәр уҡыған, хәҙер - беҙ ейәндәре. Килеүгә йыйылып тора. Әкиәттәрҙе, шиғырҙарҙы яратып уҡыйбыҙ, һүрәттәрен буяйбыҙ, ребустар, сконвордттар сисәбеҙ. Быйылдан "Йәншишмә" гәзитенә яҙылырға вәғәҙә итте.
Өләсәйем үҙе менән ифтар ашына ла алып бара. Унда хәҙрәт вәғәз уҡый, ураҙаның файҙаһы тураһында һөйләй.
Кисен әкиәттәр һөйләй, китаптар уҡыйбыҙ. Башҡорт теленән диктант та яҙҙыра.
Тышта көн матур, ҡар итеп бөттө тиерлек. Ихатаны, баҡсаны сүп-сарҙан таҙартабыҙ. Күп йыллыҡ сәскәләр сығып килә. Өләсәйем күп итеп гөлдәр үҫтерә. Мин гөлдәргә һыу һибәм. Эш бөткәс, смартфонда ла уйнап алам. Каникулым бик файҙалы, күңелле үтеп бара. Дүртенсе сиреккә яңы көс йыйып барам.


 Илфат ӘХМӘТЙӘНОВ, IV синыф уҡыусыһы.
 Кушнаренко районы,

Кушнаренко ауылы, 1-се мәктәп.

Өләсәйҙә ҡунаҡта
Өләсәйҙә ҡунаҡта
Өләсәйҙә ҡунаҡта
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: