+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йәш футболсыларҙың иҫтәлекле каникул көндәре

Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙағы 2-се мәктәптең йәш футболсылары каникулдарын файҙалы үткәргән. Үҫмерҙәр  "Мәктәптә футбол" Бөтә Рәсәй проекты буйынса республикала уҙған "Футбол дәресе"ндә ҡатнашыу бәхетенә өлгәшкән.

Йәш футболсыларҙың иҫтәлекле каникул көндәре
Йәш футболсыларҙың иҫтәлекле каникул көндәре

"Башҡортостанда белем биреү оҫталыҡ дәресендә амбассадорҙар – Рәсәй йыйылма командаһының элекке уйынсылары Дмитрий Сычёв, Руслан Пименов, Елена Терехова, «Зенит» составында 2012/13 Рәсәй чемпионатының көмөш призёры Алексей Гасилин һәм пляж футболы буйынса донъя чемпионы Борис Никоноров ҡатнашты.

Йәш футболсыларға теоретик белем биреү менән генә сикләнеп ҡалмағандар, ә кәрәкле күнегеүҙәр комплексы күрһәтелгән.
Оҫталыҡ дәресенән һуң балалар был футболистар менән фотоға төшөп, уларҙан автограф алып күтәренке кәйеф менән таралыштылар”, – тип яҙа үҙенең социаль селтәрҙәге “Бәйләнештә” Кесе Ҡоролтай - Хәйбулла районы төркөмө.

Сығанаҡ һәм фото: Кесе Ҡоролтай - Хәйбулла районы

Йәш футболсыларҙың иҫтәлекле каникул көндәре
Йәш футболсыларҙың иҫтәлекле каникул көндәре
Йәш футболсыларҙың иҫтәлекле каникул көндәре
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: