+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡазандан еңеү менән ҡайттыҡ

Яҙғы каникулды һәр уҡыусы ашҡынып көтөп ала. Өсөнсө сирек иң көсөргәнешле һәм оҙоно бунғанлыҡтан аҙыраҡ арып та китәбеҙ.

Башланғыс синыфтарҙан эҙләнеү эштәре менән шөғөлләнгәс, әле лә ошо эшемде дауам итәм.  Үҙемде төрлө яҡлап һынап ҡарарға тырышам. Быйылғы уҡыу йылында ла бик күп фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһарға тура килде.

Каникул алдынан Өфө ҡалаһында “Аврора” йәш таланттар үҫтереү үҙәгендә республика фәнни эҙләнеү эштәре һәм проекттары конкурсы үтте. Һөҙөмтәләре бер аҙнанан ғына биләле булды. II урын алыуымды Ҡазан ҡалаһында үҫмерҙәр араһында төбәк-ара ғилми эҙләнеү эштәре буйынса "Ҡәйүм Насири уҡыуҙары"нда сығыш яһап сыҡҡас ҡына белдем. Был уҡыуҙар 31 мартта Ҡазан ҡалаһының Виктор Григорьев исемендәге 81-се мәктәбендә үтте. Унда төрлө төбәктәрҙән килгән 448 эш араһынан 172 -һен һайлап алып, саҡырыу ҡағыҙы ебәргәндәр икән. Шулар иҫәбендә – беҙҙең гимназиянан X синыф уҡыусыһы Айвар Вәлишин менән мин. Бик ҡыуанып юлға йыйындыҡ. Ғилми етәксебеҙ Илнур Ризат улы Мәҡсүтов бындай конференцияларға йыш ҡына уҡыусылар әҙерләй. Уның уҡыусылары алдағы йылдарҙа ла Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан ҡалаларында конференцияларҙа ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Быйыл беҙгә лә шундай бәхет татыны. Остазыбыҙ менән Ҡазан ҡалаһына юлландыҡ. Тарихҡа бай төбәк беҙҙе йылы ҡаршы алды. Миңә бигерәк тә бындағы милли колориттың көслө булыуы һоҡландырҙы. Бик күп тарихи архитектуралар, иҫтәлекле урындарҙы күреп, бай һәм файҙалы мәғлүмәт тупланыҡ, рәхәтләнеп ял иттек.

    "Ҡәйүм Насири уҡыуҙары"на билдәле шәхестәр ҙә саҡырылғайны.

Айвар “Экология”ла булһа, үҙем “Биология һәм химия” бүлегендә сығыш яһаным. Төрлө йөкмәткеле, үҙенсәлекле сығыштар күп булды. Был юлы ла етәксебеҙ Илнур Ризат улын, яҡындарыбыҙҙы ҡыуандырып,уңышҡа ирештек, бер ҙә һынатманыҡ. Айвар үҙенең секцияһында – II, мин III урынға лайыҡ булдым. Бүләккә сертификат та алып ҡыуандыҡ. Ҡазан ҡалаһы үҙенең мөғжизәлелеге менән оҙаҡҡа хәтерҙә ҡаласаҡ.

 

Лиана ЙӘЛИЛОВА, йәш хәбәрсе.

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: