-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Талбазыла йәйге лагерь башланды

Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһында “Йәйләү” лагеры эшләй башланы. Көндөҙгө лагерҙа I – VI синыфтарҙан барлығы 30 бала ял итә.

Талбазыла йәйге лагерь башланды
Талбазыла йәйге лагерь башланды

Ҡыҙҙар һәм малайҙар ырыуҙарға бүленеп, һәр ырыу үҙенең йырын, тамғаһын, девизын уйлаған.
Балаларҙың лагерҙағы көндәре иртәнге зарядканан башланып китә. Иртәнге аштан һуң уларҙы төрлө иҫтәлекле сәйәхәт, уйындар көтә. Бына беренсе көндө балалар кинотеатрға барып, Мостай Кәримдең «Өс таған» повесы буйынса төшөрөлгән кино  ҡараған. Фильмдың режиссеры – Айнур Асҡаров. Уҡыусыларға фильм ныҡ оҡшаған. Артабан да уларҙы ҡыҙыҡлы һәм күңелле ялдар көтә! Иң мөһиме, барыһы ла яҡшы һәм күк йөҙөбөҙ  аяҙ булһын, тип теләйек.

Бына шулай матур ял итә, талбазылар.


Сығанаҡ һәм фото: Талбазы башҡорт гимназияһы сайтынан.

Талбазыла йәйге лагерь башланды
Талбазыла йәйге лагерь башланды
Талбазыла йәйге лагерь башланды
Талбазыла йәйге лагерь башланды
Талбазыла йәйге лагерь башланды
Талбазыла йәйге лагерь башланды
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: