

Ауылда йәшәүселәр көтөүҙе сиратлап көтә икән. Әле Ирхан атаһы менән икәүләп, малдарҙы ҡырға алып сыға.
– Көндөң үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Миңә малды көтөү оҡшай ул. Кискеһен арып ҡайтыуыбыҙға ҡартәсәй тәмлекәстәр бешереп, беҙҙе һыйлай, – ти шәп малай.
Маладисһың икән, Ирхан! Гел шулай тырыш, аҡыллы, ярҙамсыл, эшһөйәр бул, йәме.