+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Һәр көндәре ҡыҙыҡлы уҙа

    Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының "Йәйләү" лагеры шау-гөр килеп тора. Балаларҙың йәйге каникулы күңелле һәм матур уҙа. Унда ҡыҙҙар һәм малайҙар ырыуҙарға бүленеп ял итә.

Һәр көндәре ҡыҙыҡлы уҙаҺәр көндәре ҡыҙыҡлы уҙа
Һәр көндәре ҡыҙыҡлы уҙа

    Ә бер көндө иртәнге күнекмәләрҙән һуң сәләмәт туҡланыу тураһында әһәмиәтле әңгәмә ҡорғандар. Ниндәй витамин ҡайһы йәшелсә-емештә, аҙыҡ-түлектә күберәк икәнен асыҡлап, йомаҡ ҡойғандар. Шунан иртәнге тәмле бутҡа ашап алғас, гимназия янындағы ойошторолған уйында ҡатнашҡандар. Бик ыҡсым һәм уңайлы спорт майҙансығында балалар рәхәтләнеп ял итеп, һаулыҡтарын нығытҡан. "Хәҙер беҙгә рәхәт, төрлө спорт менән шөғөлләнер бөтә уңайлыҡтар бар", – тип үҙ шатлыҡтары менән уртаҡлаша ял итеүселәр.

      Батырлыҡҡа арналған сара ла ҡыҙыҡлы булған. Тамаша залында ырыуҙар араһында йырсылар бәйгеһе уҙғарып:"Ерҙән һалдат атлай"," Ай-һай, Салауат"," Батырҙар һәйкәле” "Шайморатов генерал" йырҙарын башҡарғандар.

     Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнөн дә матур итеп билдәләгәндәр. Уның тормошо, ижады хаҡында видео ҡарап, милли батырыбыҙ менән ғорурланып ултырған кескәй талбазылар.

    Тағы ла балаларҙың "Йәйләү батыры" бәйгеһе хаҡында әйтеп китәйем әле. Ярыш бик көсөргәнешле барған. Ике ырыу малайҙары сәмләнеп көс һынашҡан. Хатта баһалама ағзаларына еңеүсене асыҡлауы ныҡ ҡыйын булған. "Бөркөттәр" командаһы "Ыласындар"ҙан тик 1 мәрәйгә генә ҡалышҡан. Һәр ырыуҙан иң көслө батыры билдәләнгән. "Бөркөттәр"ҙән – Илнур Ғәлимов, "Ыласындар"ҙан – Айтуған Назаров.

    – Бында ял итеү беҙгә ныҡ оҡшай. Күңелһеҙләнергә бер ҙә ваҡыт юҡ.  Һәр көнөбөҙ ҡыҙыҡлы, файҙалы үтә. Мәҫәлән, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға открытка, һүрәттәр эшләп, "Батыр егет – ил күрке" тигән әйтемдең мәғәнәһенә төшөнөп, күп нәмә белдек, – ти IV синыфты тамамлаусы Илзирә Абдрахманова менән Айтуған Назаров.

    Балаларҙың ялы матур үтһен өсөн бар көсөн һалып, тырышып эшләүсе ағай-апайҙары ла маҡтауға лайыҡ. Лагерь етәксеһе Дилара Фәрит ҡыҙы Мөхәмәтшина, вожатый Гүзәлиә Рузил ҡыҙы Аяҙғолова, тәрбиәселәр Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы Һатлыҡова, Розалиә Әхмәт ҡыҙы Йәлилова, Гөлсинә Әхмәт ҡыҙы Ҡыҙрасова, Светлана Радик ҡыҙы Әхмәрова, физкультура уҡытыусыһы Урал Нил улы Йәлилов һәм көндә тәмле ризыҡтары менән һыйлаусы ашханасылар Гөлсәсәк Мөлөкова, Фәриҙә Бәхтийәрова, Миләүшә Степановаларға рәхмәт әйтә атай-әсәйҙәр.

 

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Ауырғазы районы.

Һәр көндәре ҡыҙыҡлы уҙа
Һәр көндәре ҡыҙыҡлы уҙа
Һәр көндәре ҡыҙыҡлы уҙа
Һәр көндәре ҡыҙыҡлы уҙа
Һәр көндәре ҡыҙыҡлы уҙа
Һәр көндәре ҡыҙыҡлы уҙа
Һәр көндәре ҡыҙыҡлы уҙа
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас