+24 °С
Дождь
VKOKМакс

Ишембайҙар ҙа байрамда ҡатнашҡан

Миәкә районының Илсеғол ауылында күптән түгел Керчь исемле хәрби атҡа һәйкәл асылды. Ул – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Башҡортостанға әйләнеп ҡайтҡан берҙән-бер аты. Һәйкәлдең скульпторы – Илдус Наил улы Закиров. Был тантанала Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһының "Аҡтайлаҡ" клубында шөғөлләнеүсе уҡсылар һәм уларҙың ата-әсәйҙәре  лә ҡатнашҡан.

Ишембайҙар ҙа байрамда ҡатнашҡанИшембайҙар ҙа байрамда ҡатнашҡан
Ишембайҙар ҙа байрамда ҡатнашҡан

Был тантанала Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһының "Аҡтайлаҡ" клубында шөғөлләнеүсе уҡсылар һәм уларҙың ата-әсәйҙәре  лә ҡатнашҡан.

Ике тапҡыр яралана ат хаҡында һөйләгәндәрен йотлоғоп тыңлай уҡыусылар.  Яралары уңалғас, яңынан яуға барған Керчтың һәйкәлен үҙ ҡулдары менән  һыйпап та ҡарағандар. Аттың хужаһы гвардия майоры Ибраһим Фәттәхов 4 тапҡыр орден, 3 тапҡыр миҙал менән наградланыуын белгәс, балаларҙың күҙҙәрендә ғорурлыҡ нуры балҡып киткән. Эйе, шулай инде, бында Керчтың да өлөшө бик ҙур бит!

– Әлеге байрам айҡанлы Дәүләкәндән Илмир Әхмәтйәнов исемле уҙаман бағыусылар табып, балалар араһында милли йәйәнән уҡ атыу буйынса турнир ойошторҙо. Уны шул тиклем мауыҡтырғыс, үҙенсәлекле итеп үткәрҙе: һәр бер сәпкә тейгән уҡҡа – 200 һум аҡса. Балалар бик сәмләнеп ярышты. Берәү ҙә буш ҡул менән ҡайтманы. Шулай уҡ Дәүләкәндән ҡымыҙ етештереүсе эшҡыуарҙар балаларға күстәнәс итеп, ҡымыҙ ебәргән. Хатта атай- әсәйҙәр ҙә ҡымыҙҙан ауыҙ итте.

Аҙаҡ Нарыҫтауға ла күтәрелдек, тәмле шишмә һыуын да эсеп ҡараныҡ. Тағы ла ҡунаҡсыл Миәкә халҡы тәмле былау менән һыйланы. Бына шулай бик бай һәм йылы тәьҫораттар менән ҡайттыҡ. Балаларға ныҡ оҡшаны. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдергебеҙ килә, – ти "Аҡтайлаҡ" клубының етәксеһе Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы Сәфәрғолова.

 

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Фото: З. Сәфәрғолова.

Ишембайҙар ҙа байрамда ҡатнашҡан
Ишембайҙар ҙа байрамда ҡатнашҡан
Ишембайҙар ҙа байрамда ҡатнашҡан
Ишембайҙар ҙа байрамда ҡатнашҡан
Ишембайҙар ҙа байрамда ҡатнашҡан
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас