

Уҡытыусылары Ләйсән Зәкир ҡыҙы етәкселегендә Фәрзәнә Аҡбулатованың "Атай икмәге" әҫәре буйынса спектакль менән ауылдарға гастролгә сыҡҡандар. Улар бер юлы үҙҙәренең матур тәбиғәтле ерҙәрендә ял да итеп, тыуған яҡтарын өйрәнә. Әле Вәзәм ауылының Мәҙәниәт йортонда оҫта итеп сығыш яһағандар ҙа инде. Тамашасылар яратып, һоҡланып ҡарап ултырған. Уҡыусылар үҙҙәре лә килештереп уйнай! Афариндар!
– Режиссёр һәләте лә бар Ләйсән Зәкир ҡыҙында, балалар уҡыу мәлендә өйрәнгән спектаклде бик оҫта башҡарҙы, кейемдәре лә килешле.
Артабан да уңыштар, матур ял теләйбеҙ уҡыусыларға, – ти тамашаны ҡараусы яҡташтары.
Сығанаҡ һәм фото: Кесе Ҡоролтай - Хәйбулла районы