+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Көндәре һиҙелмәй ҙә үтеп киткән

5-се мәктәптә уҡыу тамамланыу менән йәйге һауыҡтырыу лагеры асылғайны. Унда балалар рәхәтләнеп ял итеп,  көс йыйып, шатланышып таралышты. Быйылғы 6 отрядтан торған көндөҙгө лагерҙа 120 бала ял иткән.Улар менән 12 вожатый, 2 инструктор, 2 спорт буйынса тренер, психолог, логопед, китапханасы, фельдшер һәм уҡытыусылар эшләгән.

Көндәре һиҙелмәй ҙә үтеп киткәнКөндәре һиҙелмәй ҙә үтеп киткән
Көндәре һиҙелмәй ҙә үтеп киткән

Барыһы ла уҡыусыларға күңелле булһын, тип ныҡ тырышҡан. Көн нисек үткән? Ниндәй саралар уҙған? Лагерҙың иң өлкән вожатыйы Розалиә Рафаил ҡыҙы Йәноҙаҡова бөтәһен дә планлаштырып, тикшереп, йомғаҡ яһап торған.

–Һәр көнөбөҙ иҫтәлекле булды. Беҙгә ситтән белгестәр килеп, төрлө уйын, ярыш һәм конкурстар үткәрҙе. Бер көндө улар тәбиғәткә алып сығып, һабантуй ҙа  ойошторҙо. Вожатыйҙар үҙҙәре концерт ҡуйҙы, унда беҙҙе лә ҡатнаштырҙылар. Ныҡ оҡшаны. Тағы ла кинотеатрға һәм паркка барҙыҡ.

Шулай итеп, 21 көнөк ялым һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Бигерәк тә лагерҙы ябыу тантанаһы хәтерҙә уйылып ҡалды. Һәр команда үҙенең концерт номерын күрһәтте. Аҙаҡ күмәкләшеп төрлө көйгә арығансы бейенек. Иҫтәлеккә фотоға төшөү үҙе бер кинәнес булды. Иң әүҙем булған балаларға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙылар, еңеүсе командаларҙы номинациялар буйынса билдәләп, приздар тараттылар. Ошондай матур ял ойошторғандары өсөн мәктәп етәкселегенә һәм көн дә беҙгә тәмле аштары менән һыйлаған ашнаҡсы апайҙарға рәхмәтебеҙ сикһеҙ, – ти IV синыф уҡыусыһы Айгүзәл Ҡарасурина.

 

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Баймаҡ ҡалаһы.

Көндәре һиҙелмәй ҙә үтеп киткән
Көндәре һиҙелмәй ҙә үтеп киткән
Көндәре һиҙелмәй ҙә үтеп киткән
Көндәре һиҙелмәй ҙә үтеп киткән
Көндәре һиҙелмәй ҙә үтеп киткән
Көндәре һиҙелмәй ҙә үтеп киткән
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас