+28 °С
Болотло
VKOKМакс

“Хайуандар янында булыу ныҡ оҡшаны”

Шулай тип һөйләй Өфөләге 119-сы мәктәптең "Ҡояш нурҙары" лагерында булған уҡыусылар.

“Хайуандар янында булыу ныҡ оҡшаны”“Хайуандар янында булыу ныҡ оҡшаны”
“Хайуандар янында булыу ныҡ оҡшаны”

Көндөҙгө лагерҙа ял итеү балаларҙың барыһына ла ныҡ оҡшаған. Уларҙың һәр көнө иҫтәлекле һәм йөкмәткеле үткән. Хатта кинотеатрҙа – фильм, ҡала театрҙарында мауыҡтырғыс спектаклдәр ҡарарға ла өлгөргәндәр. Шулай ҙа иң ныҡ иҫтәлеклеһе  "Яратҡан ат һарайы" клубына барыу булған икән. Балалар хайуандарҙы ғына ҡарап йөрөмәгән, ә өйҙән алып килгән ризыҡтары менән уларҙы һыйлаған. "Минекен ашай, тағы күстәнәс һорай", – тип сыр-сыу килгән бала-саға.

Тағы ла тәрбиәсе Сәриә Фазулла ҡыҙы Ишкининаның башҡорт телендә ойошторған викторинаһы ҡыҙыҡлы булған. Яратҡан "Йәншишмә" гәзите хаҡында ла һөйләшкәндәр. Иҫтәлеккә фото төшкәндәр, йырлап та алғандар.

Ә бына лагерҙы ябыу сараһында 6-сы отряд ҡыҙҙары барыһын да һоҡландырған. Улар "Бесәй, Әтәс һәм Төлкө" әкиәтен оҫта итеп сәхнәләштереп, приз-күстәнәс яулаған. Һай, афариндар!

Бына шулай уҡыусылар бик ҡәнәғәт ҡалып, лагерҙың етәкселенә, тәрбиәселәргә һәм ашнаҡсы апайҙарына рәхмәт әйтеп, өйҙәренә таралышҡан.

“Хайуандар янында булыу ныҡ оҡшаны”
“Хайуандар янында булыу ныҡ оҡшаны”
“Хайуандар янында булыу ныҡ оҡшаны”
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас