

Улар осрашыуҙа Вәзәм ауылы йәшәйеше һәм кәсептәре тураһында күп яңы мәғлүмәт алды. «Вәзәм шәле» халыҡ клубы оҫталарының береһе Райхана Сурина станокта боронғоса сепрәктан балаҫ һуғыуҙы күрһәтте. «Серле кейеҙ» оҫтабикәһе Нурсия Сурина кейеҙ ҡата баҫыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Балалар был шөғөл менән бик ҡыҙыҡһынды, уларға хатта эшләп ҡарау мөмкинлеге бирелде.
Һуңынан балалар Ҡәйүм Әхметшин исемендәге Әбеш урта мәктәбе уҡытыусылары һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән аш-һыуҙан ауыҙ итте. «Бик тәмле булды!», тип рәхмәттәрен әйтергә лә онотманы.
Йылы һәм матур мөнәсәбәттә уҙған осрашыу бик файҙалы, фәһемле булды. Балалар кейеҙҙән әйберҙәр эшләү ысулдары менән яҡындан танышыуҙарына сикһеҙ ҡәнәғәт ҡалды.
Фото һәм сығанаҡ: vk.com