

Эйе, ысынлап та, шулайҙыр ул. Күптән түгел Кушнаренко районынында Рәсәйҙең граждандар авиацияһына – 100 йыл, ә Башҡортостандың граждандар авиацияһына 90 йыл тулыу уңайынан Бөтә Рәсәй авиация һөйөүселәр слёты ойошторолдо. Бында авиацияның сағыу патриоттары, авиация һөйөүселәр йыйыла.
Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының уҡыусылары, апалы-һеңлеле Шәрәфетдиновалар ҙа барған был сараға. Улар үҙ күҙҙәре менән вертолёттарҙы ҡарап ҡайтҡан. Был өс ҡыҙ ныҡ ҡыҙыҡһыныусандар. Әле лә атай-әсәйҙәре алып барғанға ҡыуанып бөтә алмайҙар. Иҫтәлеккә фотоға төшкәндәр. Әйткәндәй, өсөһө лә – уҡыу алдынғылары. Иң ҙуры - Әмира V синыфты бөтһә, Амалия – III, ә кесе Азалиә I синыфын тамамлаған.
– Беҙгә был сәйәхәт ныҡ оҡшаны. Матур сара булырын алдан белә инек. Һауала пилоттар төтөндән иҫ киткес шоу ойошторҙо. Һауала “йөрәк” һүрәтен төшөрҙөләр. Шоу бөткәс, пилоттар вертолёт хаҡында һөйләп, ултырып ҡарарға, фотоға төшөргә рөхсәт бирҙе. Беҙ ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уларҙың ҡолаҡсындарын кейеп ҡараныҡ. Күмертау ҡалаһында эшләнелгән вертолёт хаҡында күп нәмә белдек. Шулай уҡ үҙебеҙ менән Өфөләге Эльвина туғаныбыҙҙы ла алғайныҡ. Уға ла оҡшаған. Был сара каникул көндәребеҙҙең иң иҫтәлеклеһе булды, – ти Әмира.