+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

“Зарифа” бейеүен өйрәнәбеҙ”, – ти Данияр

   Исмаил мәктәбенең VII cиныф уҡыусыһы Данияр Миңлемөхәмәтов Мәрйәм Бураҡаева программаһы өлгөһөндә асылған “Йәйләү” лагерында ял итә. Әле Ейәнсура районы Сөләймән ауылында урынлашҡан лагерҙа 105 бала ял итә икән.

“Зарифа” бейеүен өйрәнәбеҙ”, – ти Данияр“Зарифа” бейеүен өйрәнәбеҙ”, – ти Данияр
“Зарифа” бейеүен өйрәнәбеҙ”, – ти Данияр

 – Районыбыҙҙан бер мин килдем. Уҡытыусым  Гүзәлиә Урал ҡыҙы  Закироваға рәхмәт. Ул беҙҙе башҡорт теленән уҡыта. Фәнгә ҡарата ҙур ихтирам тәрбиәләй. Дәрестәрен көтөп алабыҙ. Мин башҡорт теле буйынса төрлө бәйге, сараларҙа ҡатнашып торҙом. Шуның өсөн миңә “Йәйләү” лагерына юллама бүләк иткәйнеләр. Әле ошо рухлы лагерҙа ял итеүемә ҡыуанып бөтә алмайым. Үҙемә яңы дуҫтар таптым. Улар – Асҡар, Тимерхан һәм Инсаф. Беҙҙең “Ҡыпсаҡ” ырыуының әйҙәүсеһе – Гүзәл Ермакова. Ул беҙҙе бейергә өйрәтә. Әле ҡыҙҙар менән парлашып, “Зарифа”ны өйрәнәбеҙ. Көн дә рәхәтләнеп футбол, волейбол уйнайбыҙ. Кискеһен арығансы башҡортса бейейбеҙ, төрлө милли уйындар ойошторола, мин “Наза”ла ҡатнашам, – тип һөйләй ул.

    Бына шулай Даниярҙың ялы матур һәм иҫтәлекле  үтә. Ә һеҙҙең  йәйге ялығыҙ нисек уҙа, дуҫтар? Ошо хаҡта беҙгә яҙып ебәрегеҙ!

 

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Дүртөйлө районы.

“Зарифа” бейеүен өйрәнәбеҙ”, – ти Данияр
“Зарифа” бейеүен өйрәнәбеҙ”, – ти Данияр
“Зарифа” бейеүен өйрәнәбеҙ”, – ти Данияр
“Зарифа” бейеүен өйрәнәбеҙ”, – ти Данияр
“Зарифа” бейеүен өйрәнәбеҙ”, – ти Данияр
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас