

Башта баҡса эше менән булышалар. Йәй башында уҡ ҡый үләне утап, картуф күмгәндәр. Бергәләп техника ла ремонтлағандар, мал-тыуар кәртәһен таҙалағандар, утын ярып, өйөп ҡуйғандар.
– Бер-беребеҙгә шулай ярҙам итһәк, тиҙерәк тә, күңелле лә, эшебеҙ ырамлы була,– ти Вилдан. – Буш ваҡыт күберәк ҡала. Эш араһында иҫке тимер-томор йыйып та тапшырабыҙ. Спорт майҙанында волейбол, футбол уйнап та алабыҙ. Әле көндәр эҫе торғас, Ағиҙелдә рәхәтләнеп һыу инәбеҙ.
Был тырыш егет бер ҙә телефон тотоп, өйҙә ултырмай икән, күберәк файҙалы эш менән мәшғүл. Баҡсаларындағы емештәрҙе йыйып алған, ҡырға еләккә лә йөрөгән. Емеште ағаһы Линар менән таҙалап та ҡуйған әле. Әсәләре ҡыуанып бөтә алмай. Тағы ла Байғаҙы ауылында йәшәгән өләсәһенә барып, ҡулынан килгәнсе уға ла ярҙам итеп ҡайтҡан.
Әле бесән сабыу мәле башланырға тора. Вилдан был эшкә лә күптән әҙер. Былтырғы һымаҡ бабайҙарына бәләкәй тракторҙа бесән сабырға йыйына. Һай, уңған егет, үҙен маҡтағандан-маҡтағы килә!
Әйткәндәй, уның оҫта бейеүсе икәнен дә беләбеҙ, сәхнәләрҙе дер һелкетеп, барыһын һоҡландырған Вилдан хаҡында айырым яҙырбыҙ әле гәзитебеҙҙең берәй һанында.
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Бөрйән районы.