+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Ҡарбуз көнөн нисек билдәләнегеҙ?

Кисә, 3 августа, Халыҡ-ара ҡарбуз көнө билдәләнде.Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Маннапов тормош иптәше Лилиә ханым һәм алты балаһы менән тәбиғәт ҡосағына сығып, ҡарбуз менән һыйланғандар һәм социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә матур фотолар менән уртаҡлашҡандар.

Ҡарбуз көнөн нисек билдәләнегеҙ?Ҡарбуз көнөн нисек билдәләнегеҙ?
Ҡарбуз көнөн нисек билдәләнегеҙ?

Әйткәндәй, Гәзиз Маннапов республикала район хакимиәте менән идара иткән берҙән-бер күп балалы башлыҡ булыуы менән өлгө булып тора. Лилиә менән Ғәзиз Маннаповтар Сулпан, Зөһрә, Шәүрә, Асия, Алсын, Мансур исемле балалар тәрбиәләй.

Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылында клуб мөдире Фирүзә Бүләкова балаларҙы Ҡаруз байрамына йыйып алған!

– Балаларға башҡорт милли уйындарын уйнаттым, урамыбыҙҙа торған бассейнда рәхәтләнеп һыу төштөләр. Еңеүселәргә приздар әҙерләп ҡуйған инек. 12 килограммлыҡ арбуз менән һыйландыҡ. Ул бик тәмле булды. Балаларҙың йәйе күңелле һәм хәүефһеҙ үтһен өсөн тырышабыҙ,– тине Фирүзә апайығыҙ.

Ә бына Октябрьский ҡалаһында йәшәгән оҫта баҡсасы Тәнзилә Ғарипова ҡарбуз һәм ҡауындарҙы үҙе үҫтерә. Тәнзилә инәй Ҡарбуз көнөндә ауырлыҡы ике килограмм 148 граммлыҡ ҡарбузды түтәлдән өҙөп алып, ғаиләһенә, яратҡан ейәндәренә ашатҡан!

Һеҙҙә лә Ҡарбуз көнө шулай күңелле үттеме? Фотоларығыҙ менән уртаҡлашығыҙ әле, дуҫтар!

Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Фотолар геройҙарҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләренән алынды.

Ҡарбуз көнөн нисек билдәләнегеҙ?
Ҡарбуз көнөн нисек билдәләнегеҙ?
Ҡарбуз көнөн нисек билдәләнегеҙ?
Ҡарбуз көнөн нисек билдәләнегеҙ?
Ҡарбуз көнөн нисек билдәләнегеҙ?
Ҡарбуз көнөн нисек билдәләнегеҙ?
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас