+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Игуананы ла күрҙек

Ә һеҙ йыланды һыйпап ҡарағанығыҙ бармы? Ҡулға өйрәтелгән йәнлектәр тешләшмәй ҙә, саҡмай ҙа ул.

Игуананы ла күрҙекИгуананы ла күрҙек
Игуананы ла күрҙек

Ауылға килгән тамашаны ҡарағас, тәү ҡарашҡа ҡурҡыныс тойолған хайуандар ҙа иркә генә була ала икәнен күрҙе балалар. Игуанаһы ниндәй бит әле: иҫе лә китмәй тик ята, усыңа алаһыңмы, иңбашыңа һалаһыңмы – барыбер. Әлбиттә, хайуандарҙы өйрәтеп алыу сыҙамлылыҡ һәм ваҡыт талап итә.

Пенза өлкәһенән килгән Роман һәм Андрей исемле егеттәр үҙҙәренең программаһы менән инде бер нисә өлкәне һәм республиканы урап сыҡҡан икән. Инде өсөнсө ай йөрөйҙәр. Үҙҙәре төрлө фокустар ҙа күрһәтәләр: быяла өҫтөнән дә атлап китәләр, осло ҡаҙауҙарға ла яталар. Уйламағанда буш тәрилкәлә һыу пәйҙә була йә тамашасының ҡолағы артынан берәй нәмә тартып сығаралар. Балалар ихлас ҡатнашты тамашала. Дуҫтар, фокуссы ағайҙар әле республикабыҙ буйлап йөрөй, бәлки, һеҙҙең яҡтарға ла барырҙар.

Лилиә ФАЗЛЕТДИНОВА.

Игуананы ла күрҙек
Игуананы ла күрҙек
Игуананы ла күрҙек
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас