+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Их, минең толпар атым!

Һигеҙ йәшлек Ибраһим Ғәлин ошо көндәрҙә Баймаҡ районында барған «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша, сөнки аттарҙы ныҡ ярата. Батырыбыҙ Салауат Юлаев һымаҡ, ул да өс йә­шенән һыбай йөрөй башлаған.

Их,  минең  толпар  атым!Их,  минең  толпар  атым!
Их, минең толпар атым!

Ат йәнле Ибраһим көндәр буйы йылҡы малы эргәһендә йөрөргә әҙер: уларға һыу эсерә, бесән һала, ялдарын тарай, һөйөп ярата. Ә инде һыбай мен­һә, үҙен әкиәттәге батыр итеп хис итә. Аят ҡушаматлы туры атында, күрәһегеҙме, нисек ғорур ултыра!
Быйыл Ибраһим II синыфҡа бара, ул Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылының 1-се мәктәбендә уҡый. Күмәк балалы ғаиләлә атаһы менән әсәһенә ярҙамлашып, егәрле булып үҫеп килә.
Әйткәндәй, «Башҡорт аты» фестивале 11 – 13 августа уҙа. 12 августа иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем балалар майҙансығы эшләй. Унда башҡорт милли уйындары, ярыштар, «Ҡара юрға» бейеү флеш-мобы үтә. Ҡатнашыусыларҙы иҫтәлекле бүләктәр көтә.

Нурзиә ХӘСӘНОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас