

Быйыл IV синыфҡа барасаҡ ике туғандар Рената Кәримова менән Риана Әғзәмова, III синыфҡа барасаҡ Агата Фәүхетдинова сәйләндән балдаҡ, беләҙек, һырға, муйынсаҡ, брелок эшләп, һатыуға сыҡҡан. Тиҫтерҙәре оҫтабикәләрҙе уратып алған, мәж килеп биҙәүес һайлайҙар.
– Сәйләндән әйберҙәр эшләргә ннтернеттан дәрестәр ҡарап өйрәндек. Каникул башланғас, һөйләштек тә ошондай ысул менән аҡса эшләп ҡарарға булдыҡ. Килеп сыҡты. Йөҙләгән балдаҡ менән беләҙек һаттыҡ. Яңы сәйлән алырға, туңдырмаға, киноға барырға аҡса эшләйбеҙ, – ти ҡыҙҙар.
Әммә әйберҙәренә хаҡты осһоҙ ҡуйғандар. Бер балдаҡ – 5 һум, беләҙек – 15 һум. Улар менән йәһәт кенә ҡул эштәренең хаҡын көйләп, ике-өс тапҡырға арттырып ҡуйҙыҡ. Баҙарҙың үҙ талаптары бит!
Лилиә НУРЕТДИНОВА,
Нефтекама ҡалаһы.