+28 °С
Болотло
VKOKМакс

"Ҙур тәнәфес"тән бүләккә – сәйәхәт

«Мәғариф» милли проекты буйынса Рәсәйҙә балалар өсөн уҙғарылған иң абруйлы конкурс «Ҙур тәнәфес»тә (V – VII синыф­тар) 300-ҙән ашыу Рәсәй һәм 74 сит ил уҡыусыһы еңеүсе тип танылды.

"Ҙур тәнәфес"тән бүләккә – сәйәхәт"Ҙур тәнәфес"тән бүләккә – сәйәхәт
"Ҙур тәнәфес"тән бүләккә – сәйәхәт

«Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгендә үткән финалда хәл иткес һынау «Рәсәй менән ғорурланам!» тигән темаға кейс төҙөү ине. Балаларҙың эштәрен эксперттар ба­һаланы.
Башҡортостандан 10 уҡыусы финалда ҡатнашты. Улар араһында Стәрлетамаҡтағы 2-се гимназиянан Элиза Зәйнуллина ла бар. Ҡыҙ еңеүселәр исемлегенә инде.
«Артек»та булыу – һәр баланың хыялылыр. Элиза Зәйнуллинаның был теләге «Ҙур тәнәфес» конкурсы аша тормошҡа ашты. Ҡыҙҙың остазы Лидия Селивёрстова билдәләүенсә, был һәр баланың ҡулынан килә. Иң мөһиме алға барыу, үҙеңде үҫтереү, асыҡ һәм аралашыусан булыу. Әлбиттә, үҙ көсөңә ышаныу кәрәк.
– «Артек»та һәр көнөбөҙ күңелле, төрлө сараларға бай үтте. Яңы дуҫтар ҙа таптыҡ. Герой-ҡала Севастополде күрҙек. «Ҙур тәнәфес»­те ойоштороусылар беҙҙең менән әңгәмәләр, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү өсөн күп спикерҙар саҡырҙы. Башҡортостандан 5 уҡыусы еңеүсе булдыҡ. Өфөнән – Элеонора Сәлихова менән Игорь Ватолин, Октябрьскиҙан – Семён Борденюк, Стәрлетамаҡтан – мин һәм Родион Башмаков. Сентябрҙә Санкт-Петербургтан Владивосток­ҡа тиклем һәм кире Санкт-Петербургҡа сәйәхәткә юлланасаҡбыҙ, – ти Элиза ҡыуанысы менән уртаҡлашып.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас