+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Баҫыу эшселәренә рәхмәт!

Август айын ныҡ яратам. Бигерәк тә баҫыуҙарҙағы уңыш йыйыу мәлен. Баҫыу янында көтөү көткәндә  комбайнсыларҙың  тырышып эшләгәндәрен күҙәтергә мөмкин.

Баҫыу эшселәренә рәхмәт!Баҫыу эшселәренә рәхмәт!
Баҫыу эшселәренә рәхмәт!

Олатайым улар хаҡында:"Комбайнсы эше – бик ауыр, әммә абруйлы. Мул һәм сифатлы уңыш йыйып алыу ҙа уларҙың хеҙмәтенә бәйле. Баҫыуҙан уңышты тиҙерәк йыйып алыу өсөн төндә лә эшләйҙәр. Был ваҡытта уларға ашарға баҫыуға алып киләләр",– ти.

Хәҙер был хеҙмәттең бик ауыр икәненә төшөндөм  инде. Игенселек эшенә күп көс һалған эшсән ағайҙар менән ғорурланып ҡуйҙым.

 

Таһир Рәхимов, II синыф уҡыусыhы.

Ауырғазы районы,

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Баҫыу эшселәренә рәхмәт!
Баҫыу эшселәренә рәхмәт!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас