

Иң яратҡан мәлебеҙ.
Бая һыу инеп сыҡҡайныҡ,
Еләктәбеҙ әле беҙ.
Өләсәйҙә ҡунаҡтабыҙ –
Хилүәттең аръяғы.
Өҫтәлдән өҙөлмәй ҡаймаҡ,
Күҙле тәмле ҡоймағы.
Көтөү ҡаршылайбыҙ кисен,
Көндөҙ бәпкә көтәбеҙ.
Һорау биреп, өләсәйҙе
Ҡаңғыртып та бөтәбеҙ.
Тик шәп үтә лә китә шул
Беҙҙең яратҡан мәлдәр.
Ә әлегә беҙ бәхетле –
Ошолайыраҡ хәлдәр!