

Асҡар, Таир һәм Эмир Ибраһимовтар, Өфө районы Шамонин ауылы:
– Иң хәтерҙә ҡалғаны Ҡазан ҡалаһына сәйәхәт булды. Матур, һоҡланғыс урындары бик күп. Аквапаркында ла ял иттек. Әлеге ваҡытта әсәйебеҙгә баҡсала булышабыҙ. Унда ниндәй генә йәшелсә-емеш үҫмәй! Барыһын да ваҡытында тәрбиәләргә кәрәк.
Камила һәм Регина Саматовалар, Яр Саллы ҡалаһы, Татарстан Республикаһы:
– Йәйебеҙ иҫ киткес шәп үтә. Бөрйән районы Ҡурғашлы ауылында өләсәйебеҙ менән олатайыбыҙ йәшәй, әлеге ваҡытта шундабыҙ. Өләсәй менән еләк йыйып, ҡайнатмалар эшләнек. Ә олатайға миндек бәйләштек, бесән дә әҙерләштек. Шүлгәнташ мәмерйәһе эргәлә генә, килгәнебеҙҙә унда бармай ҡалғаныбыҙ юҡ. Ағиҙел буйлап кәмәләрҙә йөҙҙөк, көн һайын һыу инәбеҙ. Ә өләсәй бешергән ҡоймаҡтың тәмлелеге! Ҡаймаҡ, бал менән мул һыйланабыҙ ғына.
Асель Ғәзизова, Белорет районы Ломовка ауылы:
– Спорт аэробикаһы менән инде бер нисә йыл шөғөлләнәм. Шуға йәйге айҙарҙа ла күп ял итергә ярамай. Ҡалаға күнекмәләргә йөрөп торам. Усман ҡустым өйҙә атай-әсәйгә ярҙам итә, велосипедта елдерә.
Радмила Туҡаева, Өфө ҡалаһы:
– Беҙ ғаиләбеҙ менән йәй һайын төрлө матур урындарға йөрөйбөҙ. Быйыл Торатауға, Асылыкүлгә, Рәсәйҙең иң ҙур һыу сығанағы булған Ҡыҙыл шишмәгә барҙыҡ. Үҙем Красноусол шифаханаһында ял иттем, Әмир ҡустым күберәк өләсәйебеҙ янында – Иглин районы Меңйетәр ауылында булды. Ундағы йылғала балыҡ тоторға ярата ул. Уҡыуҙы ла онотмайбыҙ – китапханаға йөрөйбөҙ.
Алмаз, Дарина һәм Данир Байрамғәлиндар, Учалы ҡалаһы:
– Ауылда өләсәй һәм олатай эргәһендә рәхәт инде ул. Йәйҙең бөтөн матурлығын күрергә була. Ҡалала ла төрлө байрамдар уҙып тора, ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ.
Дуҫтар, үҙегеҙҙең матур-матур йәйге фотоларығыҙҙы беҙгә лә ебәрергә онотмағыҙ!
Зөләйха ВӘЛИУЛЛИНА.