

Дүртөйлө ҡалаһының 2-се лицейынан килгән VI “Б” синыфы уҡыусылары булып сыҡты улар. Уҡытыусылары Эльза Рәфил ҡыҙы Саҙрисламова әйтеүенсә, ата-әсәләр балаларына Республика көнө алдынан көҙгө бүләк-экскурсия яһаған. Ярты көн эсендә әллә күпме ҡыҙыҡлы тарихи урындарҙа булырға өлгөргәндәр. Уҡыусылар үҙҙәре ни ти һуң?
Даниил Озолин:
– Милли музей шул тиклем оҡшаны. Ниндәй генә экспонаттар юҡ унда! “Әйҙә уйнарға” фестивале айҡанлы ҡуйылған уйынсыҡтарҙы иҫем китеп ҡараным.
Таир Бабичев:
– Теплоходта йылы ҡояш аҫтында иҙерәп кенә йөҙөүе рәхәт икән. Музейҙа иһә боронғо һауыт-һаба ҡыҙыҡһыныу уятты. Еңеү паркындағы хәрби техниканы ла тәүге тапҡыр күрҙем.
Эльвина Маликова менән Диана Закирйәнова:
– “Ләлә-Тюльпан” мәсете иҫ киткес мөһабәт! Күңелгә тыныслыҡ бирә торған урын. Ә генерал Шайморатов һәйкәлен барыһына ла барып ҡарарға кәңәш итер инем.
Ләйсән Әхмәҙиева менән Арина Хәмиҙуллина:
– Музейҙағы төрлө төҫтәге күбәләктәр, йылғыр балыҡтар күҙ яуын ала. Ысын хайуан-ҡош һөлдәләре бар. Йәнә кескәй мәмерйә, таштар, һүрәттәрҙе ҡарау ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды.
Әминә Шәрипова:
– Совет майҙанындағы эскәмйәлә ултырған һыуһар һыны йәтеш кенә! Фотоға төшөрөп алдым. Ҡунаҡһарайҙа ла булдыҡ.
Алтынсылар синыфтары менән Өфөгә тәүге тапҡыр килгән. Баш ҡалабыҙға һоҡланып туймағандар. Хәҙер инде йыл һайын сәйәхәт итергә теләктәре бар.