

Лагерҙа улар милли уйындар, йырҙар, бейеүҙәр өйрәнә. Ырыу атрибуттарын ҡабатлайҙар, экскурсияларға йөрөйҙәр.
Кесе йома көндө уҡыусылар керамика музейына барҙы. Музейҙы Зәки Исмәғил улы 2020 йылда асҡан. Музейҙа XIX – XX быуатта ҡулланылған көнкүреш әйберҙәре: йорт йыһаздары, эш ҡоралдары, һауыт-һаба, аяҡ кейемдәре бар. Зәки Исмәғил улы һәр бер экспонат менән яҡындан таныштырып, тарихын һөйләй.
Икенсе бүлмәлә оҫтахана урынлашҡан. Зәки Исмәғил улы үҙ ҡулдары менән балсыҡтан төрлө әйберҙәр эшләй. Уның сувенирҙары төрлө илдәргә таралған. Күп райондар сувенирҙарға заказ бирә.
Гимназистар музейҙа балсыҡтан эшләнгән һындар, сувенирҙар менән яҡындан танышып, уларҙың тарихын белде. Зәки Исмәғил улы уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һәр бер һорауға ентекле яуап бирҙе. Ял итеүселәргә экскурсия бик оҡшаны. Һеҙҙе лә беҙҙең районға оҫталыҡ дәрестәренә саҡырабыҙ.
Айгөл Һатлыҡова,
башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.