

Үҫмер ҡыҙ баш ҡалабыҙҙағы 108-се мәктәптең VII "Б" синыфында тырышып ҡына уҡып йөрөй. Каникул мәлендә ул ике тапҡыр "Өфө-Арена"ла булырға өлгөргән. Атаһы менән бергәләп хоккей ҡарарға барғандар.
Элина был спорт төрө менән күптән түгел генә ҡыҙыҡһына башлаған. "Миңә трибуналарҙағы эмоциялар оҡшай. Телевизорҙан ҡараған кеүек түгел. Үҙебеҙҙең команданың уйнағанын күҙәтеүе бик ҡыҙыҡ", – ти ҡыҙ.