+4 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Каникулыбыҙ күңелле үтте

Беҙҙең синыфыбыҙ ныҡ дуҫ йәшәй. Яратҡан беренсе уҡытыусыбыҙ Динә Ғәфүр ҡыҙы Мырҙағәлина беҙҙе шулай дуҫ, татыу һәм бар яҡтан өлгөлө булығыҙ, тип өйрәтеп кенә тора.

Каникулыбыҙ күңелле үтте
Каникулыбыҙ күңелле үтте

Әле көҙгө каникул көндәрендә синыфыбыҙ менән бергәләп кинотеатрға  йәнһүрәт ҡарарға барҙыҡ. Йәнһүрәт тә бик мажаралы булды. Рәхәтләнеп көлдөк, шаярҙыҡ һәм төрлө тәмлекәстәр менән һыйландыҡ.  Әсәйҙәргә  рәхмәт, матур сара ойошторғаны өсөн. Киләсәктә лә бергә сәйәхәттәргә йөрөргә, тип һүҙ ҡуйыштыҡ әле.

 

Фәрхәт Усманов, II “А” синыфы уҡыусыһы.

Баймаҡ районы, 5-се мәктәп.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: