+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Дәртләнеп, ҡанатланып ҡайттым

Көҙгө каникулымды түҙемһеҙлек менән көтөп алдым. Быйыл уҡыуы күпкә ауырыраҡ, шулай ҙа мин – синыфыбыҙҙа алдынғыларҙың береһе. Аңлап еткермәһәм, әсәйем, атайым, хатта ағайым да ярҙам итә.

Дәртләнеп, ҡанатланып ҡайттым
Дәртләнеп, ҡанатланып ҡайттым

Сиректе гел «бишле» бил­дәләренә генә тамамлағас, әсәйем миңә гүзәл Өфө ҡалаһы буйлап сәйәхәт бүләк итте. Икәүләп уның бер ту­ған һеңлеһе Альбина апайымдарға юлландыҡ.
Баш ҡалабыҙ тағы ла матурланған икән! Яңы йорттар төҙөлгән, ял парктары асылған, урамдарында йөрөүе күңелле. Үҫкәс, минең дә Өфөлә йәшәгем килә.
Беренсе көндө беҙ Ҡала мәҙәниәт һарайына «Мөхәббәт раузаһы» мюзикл-спектакленә барҙыҡ. Бөтә донъябыҙҙы онотоп, йотлоғоп ҡараныҡ. Актёрҙар менән фотоға ла төшөргә өлгөрҙөк. Иртәгеһенә Өфө балалар филармонияһында «Бесәй өйө» спектаклен ҡарау бәхете тей­ҙе. Артистарҙың кос­тюмдары иҫ китмәле матур! Өсөнсө көндө беҙ Гигант бөжәктәр паркына юл алдыҡ. Унда төрлө-төрлө бөжәктәрҙе күреп хайран ҡалдым. Әйтерһең дә, тереләр инде! Үҙем өсөн улар тураһында күп яңы мәғлүмәт алдым. Ә дүртенсе көндө Альбина апайымдар эргәһендәге паркта саф һауала йөрөнөк. Унда мамыҡтай йомшаҡ ҡойроҡло тейенкәй ҡаршы алды. Тейенде яҡындан күргәнем юҡ ине әле! Ул шундай йүгерек! Ағасҡа беркетелгән «ашхана»һына төрлө тәмлекәстәр һалып, һыйлап киттек.
Каникулымдың биш көнө шулай кү­ңелле, ҡыҙыҡлы үтте. Баш ҡаламдан көс йыйып, дәртләнеп, ҡанатланып, икенсе сиректе лә яҡшы тамамларға, тип үҙемә һүҙ биреп ҡайттым.

Сәминә ӘХМӘТОВА, III синыф уҡыусыһы.
Туймазы районы, Серафимовка ауылы.

Дәртләнеп, ҡанатланып ҡайттым
Дәртләнеп, ҡанатланып ҡайттым
Дәртләнеп, ҡанатланып ҡайттым
Дәртләнеп, ҡанатланып ҡайттым
Дәртләнеп, ҡанатланып ҡайттым
Дәртләнеп, ҡанатланып ҡайттым
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: