+4 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Хыялдар тормошҡа аша торған урын

Ҡырымда урынлашҡан “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәгендә ял итеү бәхете, ниһайәт, миңә лә тәтене. Рәсәй кимәлендәге конкурста сираттағы еңеүемдән һуң етәксем Шәүрә Шәһит ҡыҙы Кейекбирҙина менән бергә был мауыҡтырғыс урынға юл тоттоҡ. Мин эләккән 11-се смена “Артек” – минең изге уҡытыусым” исеме аҫтында үтте.Был юҡҡа түгел, сөнки ялыбыҙ нәҡ Уҡытыусылар көнөнә тура килде.

Хыялдар тормошҡа аша торған урын
Хыялдар тормошҡа аша торған урын

“Уңыш векторы” конкурсында еңеүсегә төп бүләк – Ҡырымға сәйәхәт, тигәнде ишеткәс, үҙ ҡолағыма үҙем ышанмай торҙом. Был бәйге сиктәрендә үҙидара форумы ла үтте. Һәр кем үҙенең идеялары менән уртаҡлашып, яңы белем тупланы.

“Артек” ул – һәр бала үҙ һәләттәрен асһын өсөн булдырылған үҙәк. Йәнең теләгән бөтә нәмә бар: иҫ киткес йыһазландырылған спорт майҙансыҡтары, ял итеү, аралашыу өсөн уңайлы урындар. Балалар яратҡан урындарҙың береһе – ашхана, унда тәмле һәм файҙалы ризыҡ бирәләр. Беҙ менюҙың төрлөлөгөнә һәм аҙыҡ-түлектең сифатына хайран ҡалдыҡ, тип әйтһәм, бер ҙә арттырыу булмаҫ.

Смена ваҡытындаүҙебеҙҙең отряд менән Севастополь ҡалаһына һәм Ҡырымдың Көньяҡ ярына сәйәхәт тә ҡылдыҡ. Ул онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы, сөнки беҙҙе Ҡырымдың тарихы, мәҙәниәте менән таныштырҙылар, шулай уҡ илебеҙҙең героик үткәне тураһында файҙалы мәғлүмәт бирҙеләр.

Форсаттан файҙаланып, «Артек»тың тарихына туҡталып үтәйем. Уға 1925 йылда пионер лагеры булараҡ нигеҙ һалына. 1930 йылдарҙа унда Граждандар һуғышынан яфаланған Испания балалары ял итә. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында “Артек” Алтайға эвакуациялана. Һуғыштан һуң, кире әйләнеп ҡайтҡас, лагерҙа яңы корпустар әүҙем төҙөлә башлай. 1969 йылда бер сменала 3200 бала ял иткән. Бөгөн “Артек”та ун база эшләй: “Диңгеҙ”, “Гәрәбә”, “Гәлсәр”, “Зәңгәрһыу”, “Урман”, “Күл”, “Ялан”, “Йылға”, “Кипарис”. Уларҙың һәр береһендә балалар рәхәтләнеп йәшәһен, туҡланһын һәм ял итһен өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Мин “Гәрәбә”лә ял иттем. Ул 1963 йылда төҙөлгән һәм иң боронғоларҙан һанала. Был лагерь Ҡара диңгеҙ ярында, Аю-даг тауы янында урынлашҡан.

Лагерь үҙ ҡанундары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре булған Ялта ҡалаһында урынлашҡан бәләкәй илде хәтерләтә. Төп йолаларҙың береһе булып яңы артековсыларҙың осрашыуы тора. Көн һайын лагерға яңы балалар килә. Уларҙы Ҡырымдың был тылсымлы мөйөшөн яратырға өлгөргән өлкән артековсылар ҡаршы ала, лагерь ҡағиҙәләре һәм йолалары тураһында һөйләй, үҙҙәрен өйҙәге кеүек тойорға ярҙам итә. Уйындар, отряд менән әҙерләгән тамашалар шулай уҡ матур йола булып һанала. Был спорт ярыштары ғына түгел, ә отрядтар ҡатнашҡан ысын театрлаштырылған тамаша. Улар балаларға үҙ һәләттәрен асырға, командала эшләргә һәм дөйөм маҡсаттарға өлгәшергә ярҙам итә. Шулай уҡ “Киске усаҡ” йолаһы бар. Эйе, бер смена ла традицион байрамдарһыҙ үтмәй.

Октябрь айында “Артек”та ике гимназисыбыҙ – Сәлимә Яҡупова һәм Эрик Фәтҡелбаянов булып ҡайтты. Унда уҙғарылған Бөтә Рәсәй конкурсында призёр исеме алып, 200 мең һум күләмендәге премияға лайыҡ булдылар. Ә ноябрҙа тағы өс уҡыусы – Булат Татлыбаев, Әлиә Искакова һәм Анастасия Григорьева “Артек”та булдылар!

Минең тормошомда ла ғүмерҙә онотолмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙыбыл урын. Тоғро дуҫтар таптым, аралашыуҙан ыңғай эмоциялар алдым. Хыялымды тормошҡа ашырырға ярҙам иткәне өсөн остазым Шәүрә Шәһит ҡыҙына бик рәхмәтлемен. Әгәр ҙә был тылсымлы бала саҡ иленә барып ял итеп ҡайтһағыҙ, бәхетлеһегеҙ!

Искәндәр МӨХӘМӘТЙӘНОВ,

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының VIII "Г" синыфы уҡыусыһы.

Өфө ҡалаһы.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: