+4 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Каникул! Каникул!

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА Каникул мәле –

Каникул! Каникул!
Каникул! Каникул!

Ваҡыт етәһе.
Тышҡа атлығып
Тора бөтәһе.

Йоҡом да туя,
Эштәрем дә аҙ.
Ҡыштың уртаһы,
Ә күңелдә – яҙ!


Күмәк уйындар
Әүрәтеп тора.
Юлымды бөгөн
Катокҡа борам.


Конькиҙа шыуам
Ел менән йәнәш.
"Спорт үҙе – һаулыҡ", –
Атайҙан кәңәш.


Уйындар көтә,
Көтә хилеүәт!
Бәхетле мәлдәр –

 Каникулым, үәт!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: