+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡышҡы Торатауҙы күрҙеләр

Каникулды нисек үткәрҙегеҙ, йәш дуҫтарыбыҙ? Ә бына Рания һәм Дияр Фазлетдиновтар ике туған ҡустылары Малик Мәүлитов менән Ишембай районындағы Торатауға барып ҡайтты.

Ҡышҡы Торатауҙы күрҙеләр
Ҡышҡы Торатауҙы күрҙеләр

Көн йылы тороуы бигерәк ҡулай булды. Тәүҙә ата-әсәләре менән Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу тирмәһенә инделәр. Шыршы тирәләй уйнанылар-йырланылар, шиғырҙар һөйләнеләр.

Тау итәгендә иһә башҡа балалар сыр-сыу килә: тюбингта шыуалар. Ошонда уҡ милли яндан уҡ атырға, ат санаһында йә квадроциклда йөрөргә, кафела тәмле итеп ашап алырға була. Күңелле! Ә Торатауға күтәрелер өсөн тәүҙә ике саҡрымдай атларға кәрәк икән. Хәҙер баҫҡыс бар бит, теләгән ереңдә йөрөү тыйыла! Был үҙенсәлекле һәм һирәк үҫемлектәрҙе һаҡлау өсөн эшләнгән. 697 күтәрмә буйлап менеүе бер ҙә ауыр булманы балаларға! Шулай уҡ йүгереп тигәндәй төшөп тә еттеләр.

Ә юл ыңғайы ата-әсәләре уларҙы экоферма тип аталған урынға алып инде. Ишәк, дөйә, енот, ҡуян, дөйәғош, фазан... – йәнлек-ҡоштарҙың төрлөһө бар. Кешегә эйәләшеп бөткәндәр, ҡулдан ашайҙар.

Дияр, Рания һәм Малик каникулдың бер көнөн ошолай файҙалы үткәреүҙәренә бик шат.

 

Ҡышҡы Торатауҙы күрҙеләр
Ҡышҡы Торатауҙы күрҙеләр
Ҡышҡы Торатауҙы күрҙеләр
Ҡышҡы Торатауҙы күрҙеләр
Ҡышҡы Торатауҙы күрҙеләр
Ҡышҡы Торатауҙы күрҙеләр
Ҡышҡы Торатауҙы күрҙеләр
Ҡышҡы Торатауҙы күрҙеләр
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: