+4 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Шәп үтте каникул!

Ныҡ рәхәт тә инде ҡышҡы каникулда! Таң менән мәктәпкә, балалар баҡсаһына ашыҡмайһың, төшкә тиклем иркәләнеп йоҡлайһың, саф һауала саңғыла йөрөйһөң, елдереп тауҙан шыуаһың.

Шәп үтте каникул!
Шәп үтте каникул!

Ә инде ялыңды ауылда үткәрһәң, тағы ла яҡшыраҡ, шулай бит?
Салауат Ходаков үҙенең апайҙары менән каникулды Һаҡмар ауылында уҙғарҙы. Кинйәкәй булыуына ҡарамай, ул ауылда өлкәндәр менән бер рәттән эшләне: бәрәстәргә һөт эсерҙе, бесән һалышты. Күмәкләшеп ҡар көрәнеләр, ҡар бабай яһанылар. Кис еткәс, Веслана һәм Фатима апайҙары менән төрлө өҫтәл уйындары уйнанылар, һүрәт төшөрҙөләр, китаптар һәм яратҡан «Йәншишмә» гәзитен уҡынылар. Каникулдары күңелле һәм файҙалы үтте балаларҙың.

Резеда МӨХӘМӘТШИНА,
«Йондоҙло» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Баймаҡ ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: