Уҡыусылар Салауат Кәримовтың "Иғтибарлы булыу – үҙе изгелек" тигән хикәйәһе менән танышҡан. Балалар ошо хикәйә буйынса фекер алышып, "Нимә һуң ул изгелек" тигән һорауға яуап эҙләгән.
Шулай итеп, уҡыусылар әҙәплелектең нигеҙе хаҡында, бары изгелекле бала ғына бәхетле, мәрхәмәтле, иғтибарлы, кешелекле була икәнлегенә төшөнгән.
Дәрестең икенсе өлөшөндә уҡыусылар "Етеҙҙәр" һәм "Отҡорҙар" командаһына бүленеп, йомаҡ сисеп, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап биргән. Тағы ла пазлдар теҙеп, шахмат уйнап ярышҡандар. Дәрес аҙағында балалар өйҙәренә уҡырға китап алған.
Афарин, кескәй буранбайҙар!
Сығанаҡ һәм фото: Буранбаевская сельская библиотека