Тәүге уҡытыусым Зөһрә Ғәли ҡыҙы – һәр ваҡыт алсаҡ йөҙлө, йомшаҡ күңелле, ғәҙел уҡытыусы. Уның менән беҙгә бер ваҡытта ла күңелһеҙ булмай. Беҙҙе яҙырға һәм матур итеп уҡырға өйрәтте. Лицей, район һәм ҡала кимәлендә үткәрелгән сараларҙа йыл буйына ҡатнашып торҙоҡ. Бәләкәй булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, гел I – III урындар яулап ҡыуандыҡ. Әлбиттә, беҙҙең һәр еңеүебеҙҙә Зөһрә Ғәли ҡыҙының тырышлығын баһалап бөткөһөҙ. Шуның өсөн уға ҙур рәхмәт еткерәм. Төрлө акцияларҙан да ситтә ҡалмайбыҙ, синыфыбыҙ менән МХО-лағы ағайҙарға гуманитар ярҙам йыйып оҙаттыҡ. Май шәм эшләүҙә лә ҡатнаштыҡ. Шулай уҡ пластик ҡапҡастар, батареялар йыйыу буйынса ла экологик акцияла ла әүҙемлек күрһәттек.
Тағы ла күмәкләшеп "Интеллектус" музейына һәм планетарийға ла барҙыҡ. Беҙгә ныҡ оҡшаны.
Шулай итеп, уҡыу йылыбыҙ тиҙ генә үтеп китте. Хәҙер алда беҙҙе күңелле йәйге ял көтә. Өс айға мәктәбем, хуш булып тор! Көҙ уҡытыусыбыҙҙы һәм мәктәбеҙҙе һағынып килербеҙ әле.
Айгөл Абзалова, I “А” синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, 48-се башҡорт лицейы.